• формат djvu
  • размер 1,73 МБ
  • добавлен 26 декабря 2015 г.
1910 йылдағы башҡорт ауылы төҫлө фотоларҙа
Электрон баҫма (альбом), Мәкрәй нәшриәте, 2015 йыл. – 12 бит.
АҠШ Конгресы китапханаһында күренекле рус ғалимы, фотографы Прокудин-Горский төшөргән 2600 фотоһүрәт һаҡлана. Улар араһында башҡорт ауылы Эхьяла төшөрөлгән фотолар ҙа бар. Уларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. (Бәғзеләр фекеренсә, һүрәттәр Салауат районындағы Яхъя (Яхино) ауылында төшөрөлгән. Ауыл тимер юлы буйында, Сим һәм Усть-Катав станциялары араһында урынлашҡан (Усть-Катавҡа 8 км.). Был ауылға Прокудин-Горский Усть-Катав яғынан ҡайтышлай һуғылған булырға тейеш.
Прокудин-Горскийҙың әлеге төҫлө фотоһүрәттәре аша 1910 йылдағы башҡорт ауылын, уның кешеләрен, уларҙың көнитмешен күҙ алдыбыҙға асыҡ итеп баҫтырыу өсөн уникаль мөмкинселек асыла.
Яхъя ауылының дөйөм күренеше.
Яхъя ауылының мәсете.
Башҡорт ауылының урамы.
Башҡорт өйө.
Башҡорт өйөнөң ишек алды.
Башҡорт йәшелсә баҡсаһы (огороды).
Башҡорт өйө эргәһендә.
Башҡорт ҡатыны милли кейемдә.
Башҡорт эте.
(Был фото Башҡорт ҡатыны милли кейемдә һүрәтенең уң яҡҡа дауамы булып тора: уң яҡ ситтә эттең тәпәйе күренә.)
Йәш башҡорт.
Башҡорт стрелочнигы.
(Әлеге фото Усть-Катав тирәһендә төшөрөлгән булырға тейеш. Егет, моғайын, Яхъя ауылыныҡылыр.)
Башҡорт стрелочнигы (был юлы йылмая).