• формат djvu
  • размер 3,09 МБ
  • добавлен 29 декабря 2015 г.
Исхаҡи Рәшиҙә. Намаҙ уҡыу тәртибе
Өфө, Дәғүәт нәшриәте. – 63 бит.
Описание ритуала.
Намаҙ - мәғлүм рәүештә күңел үә тән менән Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылыу. Иман.
килтергәндән һуң, иң сауаплы ғибәҙәт – намаҙ уҡыу.
Һәр бер мөьмин бәндәгә тәүлек әйләнәһенә биш ваҡыт намаҙ уҡыу фарыз: иртә, өйлә, икенде, ахшам һәм йәстү намаҙҙары.
Ҡиәмәт көнендә иң әүүәле һораласаҡ ғәмәлебеҙ - ул намаҙ. Намаҙ - диндең терәге, мөьминдең нуры. Намаҙ уҡыған кешенең күңеле тыныс, доғаһы ҡабул, ризығында бәрәкәт һәм тәнендә сәләмәтлек булыр.
Намаҙ менән Аллаһыға яҡынлығың арта. Намаҙ эсендә бәндә Аллаһы менән һөйләшә, намаҙ менән генә күңеле рәхәтлек таба, намаҙ арҡаһында Аллаһы менән рухы серләшә.
Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарыусы ҡорал уҡыған намаҙың. Хаҡ намаҙ уҡыусы булһаң, күңел күҙең яҡтырыр.
Намаҙ уҡыһаҡ - беҙ Аллаһының ниғмәттәренә шөкөр итеүселәрҙән булырбыҙ, намаҙ уҡымаһаҡ - Раббым Үҙе һаҡлаһын, көфөрлөк ҡылып, буш ашап йәшәүселәрҙән булырбыҙ.
Был китап махсус рәүештә еңел ысул менән сығарылды. Китапты уҡып үҙаллы намаҙға өйрәнмәк өсөн. Намаҙ тураһында китаптар күп, ләкин бындай сифатлы итеп, төçлө фоторәсемдәр менән беренсе тапҡыр сыҡты.
Ҡиәмәт көнөндә иң әүүәле һораласаҡ ғәмәлебеҙ – ул намаҙ. Намаҙ – диндең терәге, мөьминдең нуры. .
Йөкмәткеһе.
Инеш.
Намаҙ уҡыү кемгә йөкләтелгән.
Ҡатын-ҡыҙҙың кейеме.
Тәһәрәт.
Тәһәрәтте боҙоүсы сәбәптәр.
Ғөсөл.
Ғөсөлдөң фарыздары.
Ғөсөлләнеүҙе фарыз иткән сәбәптәр.
Ҡибла.
Намаҙ ваҡыттары.
Намаҙ укыү тыйылған ваҡыттар.
Үҡыласаҡ намаҙҙы ниәтләү.
Иртәнге намаҙҙы уҡыү тәртибе.
Ҡамәт.
Намаҙ уҡыуҙың ҡайһы бер ҡағиҙәләре.
Намаҙҙан һуң уҡыла торған зекерҙәр.
Әруахтарға доға ҡылыу тәртибе.
Өйлә намаҙы.
Икенде намаҙы.
Ахшам намаҙы.
Йәстү намаҙы.
Өс рәкәғәт витр намаҙы.
Нәфел намаҙҙары.
Намаҙ эсендә уҡыла торған зекер һәм доғаларҙың мәғәнәләре.
Намаҙ хаҡындағы аят-хәҙистәр.
Ауырыу кешенең намаҙы.
Намаҙ уҡыусы алдынан үтеүсе кеше тураһында.
Ҡөрьән аяттарында килгән доға өлгөләре.
Һүҙлек.