• формат pdf
  • размер 5,43 МБ
  • добавлен 05 июля 2016 г.
Шоңҡар 1995 №06
Өфө: Китап нәшриәте, 1995. — 195 бит.
Шоңҡар журналының был 6-сы һаны башҡорт тарихына бағышланған махсус сығарылыш булып тора. Салауат Ғәлләмов был китапта тарихыбыҙ фәнендә беренсе башлап боронғо яҙма сығанаҡтарға һәм ауыҙ-тел ижадына таянып, башҡорт мифологияһының асылын күрһәтә, Урал башҡорттарының һәм беҙҙең эраға тиклемге III мең йыллыҡтағы Шумер мифологияһының ҡәрҙәшлеген, ҡорт (курд) һәм башҡорттарҙың туғанлығын иҫбатлай , археологик сығанаҡтарҙан миҫалдар килтереп, б. э. т. III мең йыллыҡта уҡ Урал менән Месопотамия араһында Урта Азия аша мәҙәни бәйләнештәр урынлаштырылғанын раҫлай. Китапта шулай уҡ урта быуат иран, ғәрәп, төрки яҙма сығанаҡтарындағы башҡорт халҡына ҡағылышлы мәғлүмәттәр килтерелә. Бөтә тәү сығанаҡтар ҙа, укыусыла башҡорт тарихына ҡарата берҙәм бер бөтөн ҡараш тыуһын өсөн, хронологик тәртиптә бирелә. Ошо маҡсатта автор боронғораҡ сығанаҡтар менән һуңғыраҡтары араһында үҙенең аңлатмаларын бирә — «салауат күпере» ташлай.
Китап уҡыусыларға, ғалимдарға, талиптарға әсбап булараҡ тәғәйенләнә.