На башкирском языке
Периодические издания
  • формат pdf
  • размер 14,12 МБ
  • добавлен 04 мая 2016 г.
Киске Өфө 2013 №№ 12-22
Ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзит. — Өфө: Башҡортостан нәшриәте, 2013. — 16 бит.
Совет осорондағы "Новый мир", "Наука и жизнь" журналдары, "Литературная газета" йүнәлешендә ижад ителгән "Киске Өфө" рухи даирәбеҙҙә универсаль мәсьәләләр күтәреү майҙаны, ирекле фекер йөрөтөү трибунаһы, халҡыбыҙ яҙмышына ҡағылған сетерекле һорауҙарға яуап эҙләүсе шәм, милләттәштәребеҙҙе битарафлыҡтан сығырға өндәүсе, уларҙын күҙен асыусы баҫма булып әүерелде. Был баҫманы уҡып, халыҡ яҙмышын ҡайғыртҡан һәр бер кеше үҙенә рухи аҙыҡ таба ала.
Бик күп милләттәштәребеҙ яратып уҡыған "Киске Өфө" гәзитен Башҡортостан матбуғатының йөҙөк ҡашы, тип әйтһәк тә һис артыҡ булмаҫ. Гәзиттең бай һәм киң мәғлүмәтле, төплө һәм тос, фәлсәфәүи фекерле булыуы уны башҡа матбуғат баҫмаларынан айырып тора. Был йәш милли баҫмабыҙ халыҡ аңын күтәреү, әхлаҡ вә динебеҙҙе тергеҙеү, йәмғиәт рухын нығытыу өлкәһендә баһалап бөткөһөҙ эштәр башҡара. Гәзиттә ниндәй генә тармаҡтар буйынса мәғлүмәт бирелмәһен, уларҙың һәр ҡайһыһында уҡыусы иғтибарын йәлеп иткән ҡыҙыҡлы фекерҙәр, файҙалы кәңәштәр, уйланырлыҡ һығымталар табып була. Бында кешенең эске тойғоларын, ғаиләгә, хеҙмәткә, ғөмүмән, тормошҡа ҡараштарын сағылдырған, уларҙы байытыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән әхлаҡи темаларға өҫтөнлөк бирелә. Бигерәк тә башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге, милләтебеҙҙең, Ватаныбыҙҙың яҙмышы менән туранан-тура бәйле мәҡәләләр һәр кем өсөн фәһемле.
"Киске Өфө" гәзите аң-хәтерҙәребеҙҙәге бушлыҡтарҙы тултырыу буйынса изге эш алып бара. "Киске Өфө" гәзите - шаҡтай шаңҡыған халҡыбыҙҙы аңына ҡайтара алырлыҡ көскә эйә баҫма. "Киске Өфө" гәзитендәге мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү генә лә халҡыбыҙҙың дауамы булырлыҡ йәш быуынды тәрбиәләү нигеҙенең иң ныҡ һәм тайшандырмаҫлыҡ ташы була ала. Был гәзиткә һәр мәктәп, һәр уҡыу йорто, милләтебеҙ яҙмышы борсоған һәр кеше яҙылырға һәм уны һәр кем уҡырға тейеш.