• формат djvu
  • размер 189,68 КБ
  • добавлен 30 ноября 2014 г.
Түләк Рәйес. Миҙгелдәр
Өфө: Вагант. – 2011 йыл. – 52 бит. Электрон баҫма.
Бала тыуа. Һәм асыла офоҡ
Тәҙрә уйымынан.
Офоҡ уны бүлә бар уйынан,
Бүлә уйынынан.
Офоҡтарҙан китә ул офоҡҡа,
Донъя буйлап китә.
Ҡай тарафты һайламаһын, яҙмыш
Бер үк ергә илтә.
…Бына кеше ята. Бар офоғо
Тәҙрә уйымындай.
Һәм ҡоршала офоҡ… Эй был тормош
Бала уйынындай.