Башкирский язык
Языки и языкознание
  • формат pdf
  • размер 5,71 МБ
  • добавлен 02 декабря 2016 г.
Нафиҡова 3. Ғ., Вәхитова Л.М. Башҡортса һөйләшәбеҙ
Өфө: Китап, 2009. — 44 бит.
«Осҡон» программаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмө өсөн ҡулланма.
Һеҙҙең иғтибарға башҡорт телен икенсе йыл өйрәткәндә һәр бала менән айырым эшләү өсөн тәғәйенләнгән ҡулланма тәҡдим ителә. Эстәлеге буйынса ул «Осҡон» программаһына (авторҙары Аҙнабаева Ф. Г., Нафиҡова 3. Ғ., Өфө, 2003) тулыһынса тап килә һәм баланың башҡорт телендә ябай ғына йөкмәткеле телмәрҙе аңларлыҡ, башҡалар менән аралашҡанда үҙенең белгәндәрен ҡуллана алырлыҡ дәрәжәлә телде үҙләштереүен нығытыуҙы күҙ уңында тота.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар икенсе телдәрҙе лә ҡыҙыҡһынып ҡабул итәләр. Икенсе телде өйрәнеү барышында бала үҙенең туған телен яҡшыраҡ, тәрәнерәк үҙләштерә, уның хәтере, иғтибарлылығы, аҡыл-зиһене, донъяны танып-белеүе үҫешә. Шуға ла, был ҡулланманы төҙөгәндә, баланың тирә-йүнде танып-белеүгә булған ҙур ҡыҙыҡһыныуы, телмәр берәмектәре менән төрлө «асыштар» яһай алыу һәләтлелеге иҫтә тотолдо.
Һайланған күнекмәләр, балаға үҙ аллы төрлө ҡыҙыҡлы эштәрҙе үтәп, үҙенең белем кимәлен башҡаларға күрһәтеп, тиҫтерҙәре һәм ололар менән аралаша беләүенән шатлыҡ һәм ҡыуаныс кисерергә мөмкинселек бирә.
Похожие разделы