Башкирский язык
Языки и языкознание
  • формат pdf
  • размер 8,15 МБ
  • добавлен 30 ноября 2016 г.
Шәкүр Р. Башҡорт диалектологияһы: уҡыу ҡулланмаһы
Өфө: Китап, 2012. — 240 бит.
Китап башҡорт теленең диалекттарын һәм һөйләштәрен өйрәнеүгә арналған. Ул нигеҙҙә юғары уҡыу йорттарының башҡорт филологияһы факультеттары һәм бүлексәләрендә төп предметтарҙың береһе һаналған «Башҡорт диалектологияһы» курсы программаһының йөкмәткеһен иҫәпкә алып яҙылды. Хеҙмәттең инеш өлөшөндә диалектология тураһында дөйөм төшөнсә бирелә, уның өйрәнеү объекты, бурыстары һәм маҡсаттары билдәләнә,
диалектология һәм бүтән фән тармаҡтары, башҡорт теленең һәм диалекттарының бүтән төрки телдәргә мөнәсәбәте, диалект шарттарында милли әҙәби телде уҡытыу һ. б. мәсьәләләр ҡарап үтелә. Шулай уҡ башҡорт теленең диалекттарын өйрәнеү тарихы, диалекттарҙы һәм һөйләштәрҙе классификациялау проблемаһы, уның принциптары һәм критерийҙары яҡтыртыла.
Хәҙерге классификация буйынса, башҡорт телендә өс территориаль диалект (көньяҡ, көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттар), ун алты һөйләш һәм ун туғыҙ һөйләшсә иҫәпләнә, һәр бер диалектҡа һәм һөйләшкә ҡарата уларҙың биләгән территорияһы, халыҡтың ырыу-ҡәбилә составы, тарихы, көнкүреше, хужалыҡ итеү ысулдары, рухи мәҙәниәте буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр бирелә, диалекттар һәм һөйләштәр фонетика, морфология һәм лексика кимәлендә әҙәби тел һәм, мөмкинлек булғанынса, бүтән төрки телдәр менән сағыштырып тасуирлана.
Китап башҡорт филологияһы факультеттары һәм бүлексәләре студенттарына, аспиранттарға, педучилищелар, педколледждар, мәктәп уҡытыусыларына һәм уҡыусыларға, тыуған төйәкте өйрәнеүселәргә тәғәйенләнә.
Похожие разделы